Информация о паблике

Әтек филиалы Иҫке Собханғол мәктәбенең фото
  • VK ссылка:public177923326
  • Тип сообщества: открытое
  • Количество подписчиков: 187

Әтек филиалы Иҫке Собханғол мәктәбенең

Описание: Уҡытыусы-ул талапсан һәм ҡәтғи, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм шәхес һәм изге йән.

Уҡытыусы- ул белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеүсе тәрбиәсе ул. Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур.Тик ысын уҡытыусы ғына баланың артабан һәләтен үҫтерә, тормошта үҙ юлын табырға өйрәтә ала.

Тормошта һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул уны ғүмере буйына хөрмәт итә һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала, онотмай, йөрәк түрендә һаҡлай.

Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк.