Информация о паблике

Байғусҡарым - йәнтөйәгем, һин, тип тибә йөрәгем! фото
  • VK ссылка:public180310835
  • Тип сообщества: открытое
  • Количество подписчиков: 1721

Байғусҡарым - йәнтөйәгем, һин, тип тибә йөрәгем!

Описание: Байғусҡар ауылы район үҙәге Аҡъярҙан көнбайышта, 23 км алыҫлыҡта, Тиргәмеш йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан башҡорт ауылы, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ауылда 136 йортта 492 кеше иҫәпкә алынған. Ауыл борондан ошо урында ултырғанмы, тигән һорауға ауыл ҡарттары: «Юҡ, ул Иһәнбәттән (хәҙерге Ивановка ауылы) теге быуаттың (XIX) аҙаҡтарында күсеп килгән бында, унан алда Һаҡмарҙы һыулаған, ҡайһы тирәһендәлер, белмәйбеҙ», тип яуапларҙар ине. Ләкин ауылдың хәҙерге ултырған ере бик уңайлы. Ул Тиргәмеш һәм Яманғасы йылғаларының ҡушылған урынында урынлашҡан. Тирә- яғын матур тауҙар уратып алған. Ул тауҙарҙа элек сейәлек, еләк, ҡайындар үҫкән, шишмәләр сығып ятҡан. Йылғаһында балығы күп булған. Бына ошондай матур урын әлбиттә буш ятмағандыр. Был турала яҙма мәғлүмәттәр һаҡланмаған.
Яҙма сығанаҡтарҙан Байғусҡар, тигән ауылдың 1795 йылда, хатта 1765 йылда ла булғанлығы асыҡланған. Ләкин башта ул Байғусҡар ауылы менән берлектә Аҡнаҙар, тип исемләнгән булған. Был стационар ауыл, ә унан алда Бабай ыҙмаһы тигәндәр. 1795 йылғы V ревизиялағы Аҡнаҙар ауылы кешеләренең исемлеге табылманы. Уларҙың исемлеген Өфө архивынан түгел, ә Мәскәү архивынан эҙләргә кәрәк. Ә бына 1816 һәм 1859 йылдарҙағы ревизия материалдары ярайһы уҡ мәғлүмәт бирә. Бына ул: Башгосархив. Фонд И-138. Опись 2. Архив һаны 145. Л.232. «Ревизская скаска. 1816 года. Сентябрь 10 днь Оренбургской губернии уезда 9 башкирскаго кантона деревни Акназаровой, которая нынь названа Кучкарово (Байгускарово) О состоящих мужскаго и женскаго пола Душь команды старшины Сагинбая Кучаково. Ревизияның исеме үк әйтеп тора, быға тиклем Аҡнаҙар, тип аталһа, хәҙер Ҡусҡар (Байғусҡар) тип исемләнгән. 1816 йылда был ауылда 28 йорт- хужалыҡта 130 ир-егет, 99 ҡатын-ҡыҙ көн иткән. Бөтәһе 229 кеше. Шуны әйтергә кәрәк, был исемлеккә ингән кешеләрҙең күбеһе хәҙерге Аҡъяр ауылы кешеләренең ата-олаталары. Исемлектәге Күсәков, Һағынбаев (хәҙерге Байғусҡар ауылы янынан аҡҡан Тиргәмеш йылғаһының бер ятыуы Һағынбай, тип атала), Байғусҡаров, Юламан Дәүләтбаев (хәҙер уның вариҫтары Юламанов булып йөрөйҙәр). Дәүләтбаевтарҙың ҡайһылары, Аллағоловтар, Нораевтарҙың ҡайһылары, Уралов һәм Хәйбуллиндар, Баҡтыбаев, Юлдашбаев, Үҙәнбаев, Солтанғужиндарҙың ҡайһылары, Төснәков, Бохарбаев һәм башҡа вариҫтары хәҙер Аҡъярҙа йәшәүҙәрен дауам итә.

Участники

  • Азат Бай
  • Вадим Кутлучурин Москва
  • Гульнар Баймурзина
  • Азат Нарбутин Уфа
  • Гаяз Хабибуллин Байгускарово
  • Инсаф Моратов Уфа
  • Алия Бускунова-Фотограф
  • Гулия Мухамедьярова
  • Розалия Косова-Рахметова Уфа
  • Ильсия Рямова Уфа
  • Вилена Фазлыева Уфа
  • Ильсия Гиндуллина Уфа
  • Зарина Рямова
  • Ильшат Акъюлов Татыр-Узяк
  • Юлия Никулина Ижевск
  • Ильшат Кутлучурiн Гай
  • Гульфина Кучербаева Уфа
  • Рин Мура Уфа
  • Рим Аскаров Стерлитамак
  • Юлия Байгабулова Акъяр
  • Zifa Turumtaeva
  • Вильдан Асанов Баймак
  • Русалина Моя Когалым
  • Розалия Габбасова Акъяр
  • Вазир Шахмуратов
  • Гульнара Бекмурзинова Гай
  • Сария Абишева Акъяр
  • Ильгиз Мухаметов Мурманск
  • Зульфия Акъюлова Акъяр
  • Юрий Сергиенко Сибай
  • Тёма Бочкарёв Ачинск
  • Сагида Рискулова Псков
  • Илюза Ягафарова Сибай
  • Дина Хакимова
  • Вагида Рауилҡыҙы
  • Насима Утяшева Уфа
  • Зальфия Каримова
  • Лариса Сурина Норильск
  • Татьяна Котельникова Оренбург
  • Юлия Муртазина Уфа
  • Айгиз Абдульменов Норильск
  • Минзия Кашкарова
  • Расиля Мамбетова Уфа
  • Нияз Фатхуллин
  • Лилия Хасанова
  • Альбина Ханова Уфа
  • Диля Карпова Стерлитамак
  • Азамат Бикбов Бурибай
  • Ильнур Кульсинбаев Бурибай
  • Ринат Бускунов Сибай
  • Гульгена Баймурзина
  • Ляйсан Баймурзина
  • Айсылу Ильбакова
  • Данил Акбалин Старый Сибай
  • Зульхиза Юлдашбаева
  • Руслан Мухамедьянов Магнитогорск
  • Альфия Карасова Сибай