Тыуған ауылым һәм халҡым!
Описание: Башҡортостандың Баймаҡ р-ны 1-се Төркмән ауылында тыуып-үҫкән һәм әлеге көндә лә унда көн иткән , шулай уҡ ауылыбыҙҙа ҡасандыр йәшәп киткән яҡташтарыбыҙ!
Төркөмдә - ауылыбыҙ тормошо: үткәне,бөгөнгөһө,киләсәге; тәбиғәте, халҡы.
Беҙҙең маҡсат: Төркмән ауылын үҙенең атайсалы тип иҫәпләгән, күңелендә уға ҡарата йылы хистәр һаҡлаған дуҫтар,туғандар, класташтар, күрше-күләндәр өсөн үҙ-ара аралашыу, хәтирәләр менән уртаҡлашыу, танышыу, кәрәк икән-ярҙамлашыу мөмкинлеге булдырыу.
Аралашыу өсөн сикләүҙәр юҡ: үҙәге Төркмән ауылында булған элекке Ирәндек совхозы бүлексәләре халҡын да үҙебеҙгә саҡырабыҙ!
Райондаштар ҙа ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ!
Һеҙҙән иҫтәлекле фотоһүрәттәр, ҡыҙыҡлы яҙмалар көтөп ҡалабыҙ!
Байрамдар,туйҙар, тыуған көндәр, юбилейҙар менән ҡотлау өсөн дә бик уңай беҙҙең төркөм.
Хөрмәтле ауылдаштар,яҡташтар! Аралашайыҡ, бергә булайыҡ, бер-беребеҙҙе күтәрмәләп йәшәйек! Бер генә үтенесебеҙ бар: аралашыу мәҙәниәтен һаҡларға тырышайыҡ... Былай ҙа еңел булмаған осорҙа бер-беребеҙҙең күңелен рәнйетмәй генә, әҙәпле итеп аралашайыҡ!