ТЫУҒАН АУЫЛЫМ ШӘРИП.
Описание: Шәрип исемле ауылым,
Юлдан тора ситтәрәк,
Ауылыма етер өсөн,
Бер аҙ атларға кәрәк...
Юл буйлатып,ике яҡтан
Мул бесәнлеге ята,
Ҡыуаҡлыҡ эсендә-күлдә,
Төнбойоҡ сәскә ата...
Тауыбыҙ итәге буйлап
Ҡабалан Нөгөш аға,
Төбө шишмәле йылғабыҙ
Һыуығын ярға ҡаға...
Тау битендә,ҡыҙыл ташта
Артышы йәйрәп үҫә,
Мал йөрөһә-бейек тауҙан
Ташы тәгәрләп төшә...
Йәшел ҡамыш араһында
Йыланы йыш күренә,
Ағас төбөндә бөрлөгән
Йылы тауға үрелә...
Матур минең тыуған ауылым,
Йәмле ерҙә ултыра,
Ҡайҙа булһам да күңелем
Һәр саҡ шунда ынтыла