Ирәндек тауышы
Описание: Хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр, шиғриәткә ғашиҡ дуҫтар!
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тыуған төйәгебеҙҙән сыҡҡан әҙиптәребеҙҙең ижадын – рухи һәм мәҙәни мираҫын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында күренекле шағир һәм яҙыусыларҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында “Ирәндек тауышы” район нәфис һүҙ оҫталары конкурсы иғлан итә. Бәйге ике турҙа ойошторола. Беренсе тур видеоконкурс форматында “Бәйләнештә” селтәрендә “Ирәндек тауышы” исемле махсус төркөмдә үтә.
Конкурс шарттары:
- Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Проза” һәм “Поэзия” номинацияһында баһаланасаҡ.
- “Проза” номинацияһында ҡатнашыусы яҡташ яҙыусының әҫәренән өҙөктө яттан тасуири һөйләй (ирекле тема, 3 минутҡа тиклем).
- “Шиғыр” номинацияһында ҡатнашыусы яҡташ шағирҙың шиғырынан, поэмаһынан өҙөктө яттан тасуири һөйләй (ирекле тема, 3 минутҡа тиклем).
- Ҡатнашыусылар исем-шәрифен, нисәнсе класта уҡыуын, йәшен (өлкәндәр өсөн), ҡайҙан буыуын, әҫәрҙең авторын һәм атамаһын күрһәтеп, видеосығыштарын 11 апрелдән 11 майға тиклем “Бәйләнештә” селтәрендәге “Ирәндек тауышы” төркөмөнә һалырға тейеш.
-Видеояҙманы тап килгән көй-моң һәм техник ысулдар менән биҙәргә мөмкин. Әммә төп иғтибар тасуири уҡыуға һәм әҫәрҙең көсөн, мәғәнәһен тулы килеш биреү һәләтенә йүнәлтеләсәк. Видеояҙма төшөргәндә телефондарҙы горизонталь рәүештә тоторға кәрәк.
- Ҡатнашыусыларҙың сығышы 4 төркөмгә бүлеп баһалана:
1-се төркөм - 1-4 класс уҡыусылары;
2- се төркөм - 5-8 класс уҡыусылары;
3-сө төркөм - 9-11 класс уҡыусылары;
4-се төркөм - өлкәндәр.
Яҡшы сығыш яһаусы конкурсанттар икенсе турға саҡырыла, икенсе тур офлайн форматта Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы сиктәрендә (16-20 май) уҙасаҡ. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән билдәләнәсәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-16-74.