ҺАУЛЫҒЫМ - БАЙЛЫҒЫМ. Йән. Тән. Әҙәп. Аң. Иман.
Описание: Һаумыһығыҙ , барығыҙҙа! Оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң, ошо төркөмдө булдырырға ҡарар иттем. Бөгөнгө көндә йәмғиәтебеҙ бик сирле – беҙҙең тәнебеҙ генә түгел, ә йәнебеҙ ҙә ауырый. Сирен йәшергән – үлгән тигән бик тапҡыр мәҡәлебеҙ бар. Ә беҙ үҙебеҙҙе баҫып алған ауырыуҙы йәшерергә маташабыҙ һәм оялабыҙ. Киреһенсә, сирҙе йәшерергә кәрәкмәй, ә донъяға ҡыскырырға кәрәк.
Был төркөм дә тупланасаҡ материалдар бөтә интернет селтәренән, кемдеңдер битләүенән, йә сәхифәһенән һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынасаҡ. Материал ҡайҙан алынған, ул әлбиттә, күрһәтеләсәк, шуға күрә үпкәләмәүегеҙҙе һорайым. Әлбиттә, мотлаҡ рәүештә үҙемдең дә яҙмаларым, күҙәтеүҙәрем буласаҡ.
Рәхим итегеҙ төркөмгә! Йәнебеҙҙе, тәнебеҙҙе бергәләп дауалайыҡ!