ШАҢДАУ
Описание: Был төркөм, шағирә, журналист, И.Ғиззәтуллин исемендәге премия лауреаты ТАҢСУЛПАН РӘСҮЛДЕҢ шиғырҙары төркөмө.
✒Таңсулпан Рәсүл (тулы исеме: Байтимерова Таңсулпан Рәсүл ҡыҙы) 1989 йылда Бөрйән районы, Иҫке Мөсәт ауылында тыуған.
✒1995-2006 йылдарҙа Яңы Собханғол урта мәктәбендә уҡый.
✒2007-2010 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында Агроном һөнәрен ала.
✒2009 й. Сибай ҡалаһында үткән йәш шағирҙар бәйгеһе еңеүсеһе.
✒2009-2010 й.й. уҡыуҙағы һәм ғилми-тикшеренеү эшендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан республикаһы Президенты стипендиаты.
✒2011 й. Учалы яҙыусылар ойошмаһында "Ышаныу" исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫыла.
✒2013 й. "Ҡош юлы" республика фестиваленең I шағирҙар бәйгеһе еңеүсеһе.
✒ 2015 й. Башҡорт матбуғатын, башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә популярлаштырыуға, танытыуға тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
✒2016 йылдан алып "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе.
✒2017 й. "Китап" нәшриәтенең "Йәштәр тауышы" серияһында "Атай, һине күрҙем..." исемле икенсе шиғри йыйынтығы сыға.
✒2017 й. "Лифт" Бөтә Рәсәй әҙәби журналында шиғырҙар шәлкеме баҫыла.
✒2019 й. Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты.
✒2020 й. Халыҡ-ара М.Ҡашғари хикәйәләр бәйгеһендә Башҡортостан буйынса II урын ала.
✒2020 й. Ҡаҙаҡ шағиры Саят Ҡамшыгерҙың өс телдә сыҡҡан "Һиңә" исемле шиғырҙар китабында ҡаҙаҡсанан шиғырҙар тәржемәһе урын алды.
✒2021 й. март, бөгөнгө көндөң билдәле шағирҙары әҫәрҙәрен туплаған "Ағиҙел" журналының Шиғри йыйынтыҡтар һанында шиғри шәлкеме баҫылды.