4 posts

23 people reacted
352 views
Дорогие друзья!
27 сентября состоится акция Театральная ночь. Вход свободный по пригласительным билетам.
8 people reacted
Театр кассаһында «Антигона»ға билеттар һатыла башланы

4-5 октябрҙә көтөп алынған премьера - Жан Ануйҙың "Антигона"һы сәхнәгә сығасаҡShow more.

Бөтә замандарҙа һәм бар ерҙәрҙәгесә, боронғо Грецияла ла кешеләр бөткөһөҙ шәхси мәшәҡәттәр һәм ил ғәме менән йәшәй. Тыуым, үлем, мөхәббәт, хыянат, һуғыштар... Бына Фива батшаһы Эдип донъя ҡуя.. Уның ике улы, берәр йыл алмашлап ултырып, аталарының тәхетен һыуытмаҫҡа һүҙ бирешә. Тик, тәүге йылдың аҙағында уҡ өлкән ағай Этеокл ҡустыһы Полиникты тәхеткә яҡын ебәрмәҫкә тигән уй ҡора. Ағаһының мәкерле ниәтен белгәс, Полиник туған ҡалалары янына Фиваның ҡан дошманы булған ҙур ғәскәр килтерә. Дошман ҡыйратыла. Туғандар ҙа һәләк була. Артабан хакимлыҡты Этеокл менән Полиниктың атай яҡлап өлкән ағалары Креон үҙ ҡулына ала. Креон Этеоклды герой итеп ҙурлап, шартына килтереп ерләргә, ә хыянатсы Полиниктың кәүҙәһен сүплеккә, эттәргә ташларға, һәм, кем дә кем уның мәйетен күмергә маташа, шуға үлем язаһы, тигән бойороҡ бирә. Тап ошо урында башлана ла инде иң тетрәткес ваҡиғалар: Эдиптың ҡыҙы, бәләкәй генә ҡараҡай Антигона үлемесле аҙымға бара - ағаһын ерләргә була, сөнки туғанының күмелмәй ятыуы бөтә нәҫелдәре өсөн ҙур гонаһ икәнен белә. Һаҡсылар бер төн, Антигона хәленсә генә күмеп ҡуйған Полиниктың кәүҙәһен яңынан ҡаҙып сығара, ә ҡыйыу ҡыҙҙы тотоп Креон янына илтә...

Француз драматургы Жан Ануй Софоклдың боронғо пьесаһын яңыса яҙа. Ваҡыт та үҙгәрә, трагедияның асылы ла бөгөн бүтәнсә яңғырай, әммә «Антигона», иҫке менән яңының, тәжрибә, олпат зиһен менән йәш, яңы ынтылыштарҙың ҡотолғоһоҙ бәрелешенең мәңгелек символы булып ҡала.
2 people reacted
4 people reacted