ТЕЛӘК ТЕЛӘҮ СЕРЕ
Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Теләк теләү, доға уҡыу – Аллаһты иҫкә алыу, йәғни зекер ҡылыу үҙе бер матур ғибәҙәт. Шулай уҡ оло сауаптарға өлгәшеү юлы ла.
Динде башлап өйрәнеүселәргә доға ҡылыу миҫалы
Эй, Раббым, Аллам! Һин – ғәләмдәр Раббыһы. Барлыҡ маҡтауҙарыбыҙ Һиңә! Һин ғәфү итеүсе! Һин – мәрхәмәт, шәфҡәт, рәхимлек, миһырбанлыҡтың Үҙе.
Аллаҡайым! Ошо көнгә хәтлем миңә, туғандарыма, халҡыма, барлыҡ мосолмандарға биргән бәрәкәтең, киң ризығың, сикһеҙ ниғмәттәрең, һаулыҡ, белем, юғары дәрәжәләр биргәнең, тыныслыҡта, матур тәбиғәттә йәшәткәнең өсөн Һиңә сикһеҙ шөкөр әйтәбеҙ. Ошо биргән бәрәкәттәреңдән киләсәктә лә беҙҙе айырма!
Минең, атай-әсәйемдең, туғандарымдың белеп һәм белмәй, йәшерен эшләгән гонаһтарыбыҙҙы, зинһар, ғәфү ит! Мәрхүм булған мөьмин ата-бабаларымдың, нәҫел-нәсәбемдең, халҡымдың һәм бөтә мосолмандарҙың гонаһтарын ғәфү әйлә.
Раббым! Аллаһ Тәғәләм! Минең һәм атай-әсәйемдең, туғандарымдың күңелдәренә, йөрәктәребеҙгә иман нуры һал, имандарыбыҙҙы ныҡ ҡыл, беҙҙе тура юлыңдан алып бар, көфөрлөккә төшөрмә!
Миңә һәм туғандарыма, милләттәштәремә файҙалы ғилем, камил аҡыл, асыҡ-айныҡ зиһен, күркәм холоҡ, юғары әҙәп-әхлаҡ бир! Юлдарыбыҙҙы асыҡ ҡыл! Уҡыуҙарыбыҙҙа, эштәребеҙҙә еңеллек һәм ҙур уңыштар насип ит! Ниәтләгән изге ғәмәлдәребеҙҙе башҡарып сығырға ярҙам ит! Таҙалыҡ-һаулыҡ бир! Ер менән күк араһында булған барлыҡ бәлә-ҡазаларҙан, ер йөҙөндәге хәүеф-хәтәрҙән, шайтандың асыҡ һәм йәшерен үәсүәсәһенән, зәхмәт ҡағылыуҙан, яуыз кешеләрҙең яманлыҡтарынан, насар юлдаштарҙан, сихырҙан, күҙ тейеүҙән беҙҙе Үҙең һаҡла, Үҙең яҡла!
Беҙҙе хәйерселектән, аслыҡтан, яңылышыу-хаталаныуҙан, гонаһтан, ялҡаулыҡтан, яңғыҙлыҡтан, бөлгөнлөктән, вайымһыҙлыҡтан, ҡыйын хәлдәрҙән, төрмәнән, ут-һыу аф&